21 февраля – День родных языков

? 21 февраль — Туған телдәр көнө

Туған телдәр көнөнә ҡарата Башҡортостан Республикаһында бик күп төрлө саралар үтәсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙә шиғри флешмоб башлап ебәрҙе. Унда һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн башҡорт шағирының берәй әҫәрен ятлап видеоға яҙҙырырға һәм социаль селтәрҙәр биттәрендә #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө2021 хештегтары менән ҡуйырға кәрәк.
20 февралдә төрлө урындарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә диктанттар ойошторола. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телендә диктант яҙҙыра һәм теләге булғандарҙы сәғәт ун бергә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға саҡыра.
Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ba/content/1969-21-fevralya–den-..
_____________
? 21 февраля — День родных языков
Ко Дню родного языка в Республике Башкортостан пройдут множество мероприятий разного направления.
Всемирный курултай башкир запустил в социальных сетях поэтический флешмоб. Каждый может принять участие в нем, для этого нужно записать произведение какого-либо башкирского поэта и опубликовать видеоролик на страницах социальных сетей с указанием хештегов: #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө2021.
Также 20 февраля на разных площадках состоится Международный диктант на языках народов Республики Башкортостан. Всемирный курултай башкир проведет диктант на башкирском языке и приглашает желающих в Национальную библиотеку имени Ахмет-Заки Валиди к 11 часам.
Подробнее: https://kurultai.ru/ru/content/1969-21-fevralya–den-..
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТуғанТелдәрКөнө2021 #Шиғыр