Бөтә нәмә ерҙә ваҡытлыса…

#людисограниченнымивозможностями
#3декабрямеждународныйденьнвалидов
#Благоварскийрайон
#сдкселостарокучербаево
Бөтә нәмә ерҙә ваҡытлыса…
Кеше ғүмере Йыһан киңлегендә бер мәл генә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр ололар.
Инәй-олатайҙар ауыҙынан : ”Яңы ғына йәшәй башлаған кеүек инек, ғүмер
көҙөнә лә килеп еткәнбеҙ”,- тигәнде лә йыш ишетергә тура килә ине.
Ысынлап та, кешегә бик ҡыҫҡа ғына ғүмер бирелә. Шул ғүмерҙең һәр
минутын заяға үткәрмәй, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың ҡәҙерен белеп,
уларҙың хөрмәтен тойоп, кешеләргә тик яҡшылыҡтар ғына эшләп, уларға
терәк һәм кәрәк булып йәшәүгә ни етә! Шулайын шулай ҙа ул. Тик бөгөн
мин кемгәҙер терәкмен микән? Сөнки минең физик мөмкинлектәрем
сикләнгән. Донъяға һау-таҙа итеп малай булып тыуғанмын. Бәхетле баласаҡ.
Мәктәп йылдары. Әрме сафтарында хеҙмәт итеү. Һәм киләсәккә матур
хыялдар… Былар барыһы ла бер миҙгелдә юҡҡа сыҡты. Юл фажиғәһе.
Дауахана. Инвалид коляскаһы. Пришиб ауылы. Физик мөмкинлектәре
сикләнгәндәр һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар өсөн йорт. Терәк булмаһам
да, үҙемдең кемдәргәҙер кәрәк булыу тойғоһо күңелемде йылыта. Һәм уларға
мин мең рәхмәтлемен. Иң беренсе рәхмәтем – беҙ йәшәгән йорттоң хужаһы
Айрат Марат улы Фаттаховҡа һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә. Йортобыҙҙың
таҙа, йылы, ашыбыҙҙың тәмле, йәшәү шарттарының уңайлы булғаны өсөн
мең рәхмәт уларға! Шулай уҡ телефон аша ла хәлемде белешеп торған,
яныма ла килгән барлыҡ туғандарыма, дуҫтарыма, һабаҡташтарыма
рәхмәтем сикһеҙ. Улар миңә ҡояш ҡалдырып китәләр. Донъяла һинең
барлығыңды белеп, һине онотмай,ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәүселәр бар икән,
тимәк, һин тереһең! Тимәк, һин кемгәҙер кәрәкһең! Ошонан да ҙур бәхет бар
микән?! Юҡтыр!
Йөрәгендә ҡояш йөрөткәндәргә,
Кеше булғандарға мең рәхмәт!
Рөстәм Йәнекәевтең һөйләгәндәрен Гөлфирә Әхмәтшина яҙып алды.
Пришиб ауылы.
Фотоһүрәттә: Рөстәм Йәнекәев һабаҡташтары менән.