Һәйкәл янында уйланыуҙар

#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ДеньРожденияСалаватаЮлаева#ПотомкиСалавата.
#Благоварскийрайон
#сдкселостарокучербаево

Һәйкәл янында уйланыуҙар

Юлым төштө Өфө ҡалаһына
Яйлап ҡына юлға йыйынам,
Бына Өфө. Ихлас ҡаршы алды –
Күңелемә шулай тойола.

Килгән һәр бер ҡунаҡ башлай юлын
Салауаттың изге ташынан,
Килеп баҫҡас һәйкәл ҡаршыһына
Елеп үтте уйҙар башымдан.

Булғанһыңдыр ҡыйыу, сая, батыр,
Ана, ашҡанһың бит күктәргә,
Батырҙар күп, ләкин күккә ашыу
Тәтемәгән шул бик күптәргә.

Халҡың өсөн көрәш яланында
Яулағанһың үлмәҫ даныңды,
Яу сапҡанһың белмәйенсә ал-ял
Һәм түккәнһең изге ҡаныңды.

Япһалар ҙа тотоп таш зинданға,
Һуҡһалар ҙа мөһөр тәнеңә,
Маҡсатыңдан кире ҡайтмайынса
Тоғро ҡалғанһың һин илеңә.

Бәлки шуға бына күккә ашып
Һәм ҡамсылап ҡорос атыңды
Һаман әйҙәп алып бараһыңдыр
Яҡты киләсәккә халҡыңды.

Бирешмә, һин, батыр таш Салауат,
Тоғро дуҫың булһын ҡорос ат,
Килер йәш быуынға өлгө булып
Быуаттарҙан аша сап та сап.

Фәнүзә Габдулхакова