14 декабрь, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө, Башҡорт теле көнө тип билдәләнә

#ГодБашкирскойИстории
#ВсемирныйКурултайБашкир
#ДеньБашкирскогоЯзыка
#190летМифтахетдинАкмулла
#Благоварскийрайон
#СДКЯнышево

Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым-
Башҡорт ерендә.

14 декабрь, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө, Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле датаға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле Яныш аулы мәҙәниәт йорто менән китапханала “Мәңге йәшә, эй һөйөклө башкорт теле” исемле әҙәби сара утте.
Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында һ. б. таралған.
Туған тел-ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы. Тел-ул халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы, уға тиң баһа юҡ.
В СДК с. Янышево и сельской библиотеке прошел литературный час, посвященный 190-летию башкирского поэта-просветителя, выдающегося философа, мыслителя Мифтахетдина Акмуллы и приуроченный к Дню башкирского языка.